Бөгөн төндә Туймазы районында билдәһеҙ водитель электросамокатта юлда барған 30 йәшлек егеткә төкөй. Егет урында уҡ йән бирә. Ә водитель авария урынынан ҡаса.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре үткәргән оператив-эҙләү сараһы барышында урманда ҡалдырылған "Mercedes-Benz A180" автомобиле табыла. Октябрьск ҡалаһынан 39 йәшлек водитель өйөндә булып сыға. Ул иҫерткес эсемлек ҡулланыуҙы тикшергән медицина тикшереүен үтеүҙән баш тарта.
Әлеге ваҡытта тикшереү эщтәре бара.