Июлдең өсөнсө шәмбеһендә йыл һайын Баймаҡ районында "Башҡорт аты көнө " - башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтәсәк. Был сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән, Башҡортостан Башлығы указына ярашлы ойоштороласаҡ.
Фестиваль башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау, үрсетеү, ҡымыҙсылыҡ йолаһын киң йәйелдереү, аттар менән бәйле спорт ярыштарын, уйындарҙы тергеҙеүгә йүнәлтелә. Был маҡсаттар башҡорт халҡы үҫеше стратегияһында ла билдәләнгән.
Мәҫәлән, ауҙарыш кеүек ярыштар онотола бара, һуңғы бер нисә йылда ғына ҡайтанан ойошторола башланы.
https://kurultai.ru/ru/content/2410-audarysh---naczio..