Башҡортостандың иң ҙур йылғаларындағы һыу кимәле күҙәтеүҙәр алып барылған бөтә дәүер эсендә (ә бындай күҙәтеү 130 йыл инде бара) иң түбән нөктәгә яҡынлаша... Ә ямғырҙар һаман юҡ...
Быйыл 26 июндә Ағиҙел йылғаһының Өфөләге Дуҫлыҡ монументы тәңгәлендәге кимәле 123 сантиметрға түбәнәйҙе. Июнь башынан алып һыу 35 сантиметрға һайыҡҡан. Ҡоро һәм эҫе һауа торошоноң артабан да һаҡланасағын иҫәпкә алһаҡ, июлдең беренсе яртыһында уҡ тағы ла түбәнерәк төшөүе бик ихтимал.
Ағиҙел менән Ҡариҙелдең ныҡ һайығыуы һыуалғыстарҙағы һыуҙың сифатын түбәнәйтергә һәм йылғаларҙа йөк суднолары йөрөшөн туҡтатырға ла мөмкин. Бер юлы ер өҫтө һыуҙарының да сифаты насарая һәм был биосфераға кире йоғонто яһаясаҡ, сәнәғәт предприятиеларын һыу менән тәьмин итеүҙә лә проблемалар тыуыуы ихтимал.
Ҙур ҡалаларҙа ҡулланыусыларҙы һыу менән тәьмин итеүҙе ошоға саҡлы республикалағы һыуһаҡлағыстар, айырыуса Павловка һыу һаҡлағысы эшмәкәрлеге ярҙамында тейешле кимәлдә тота алдылар. Әммә бөгөнгө экстремаль ҡоролоҡ дауам итә ҡалғанда, ҡалаларҙың һыу тәьминәтендә лә проблемалар булыуы ихтимал.