Бөгөн көндөҙгө 2-лә Йәрмәкәй районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Приютово-Бишбүләк юлының 2-се саҡрымында "Vortex Estina" һәм "Volkswagen Polo" автомобилдәре бәрелешә. Һөҙөмтәлә, ике кеше һәләк булған, тағы ла дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында полиция һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәре эшләй.