Яңылыҡтар
29 Июнь 2021, 16:48

Әсәһенең үлгәнен әле һаман белмәй...

Һәләк булыр алдынан ғына Динара кеше ғүмерен ҡотҡарған. Ҡәйнәһе һөйләүенсә...

Ял көнө Туймазы районында булған ҡурҡыныс фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Ҡандракүлдә һыу ингәндән һуң ҡайтырға тип сыҡҡан ҡатын менән малайҙы машина тапата. Ҡатын урында йән бирә, малай ауыр йәрәхәттәр менән дауаханала.
Ғаилә күлгә һыу инергә тип килгән машинаһын юл аша ҡалдыра, ә кире сыҡҡан саҡта ошо бәләгә тарый. Ғаилә башлығы арттараҡ ҡалған була, шуға уға бер нәмә лә булмай. Аварияла 32 йәшлек ҡатын менән уның 11 йәшлек улы зыян күрә. Юлдан йүгереп сығып барғанда уларҙы “УАЗ Патриот” машинаһы ҙур тиҙлектә бәрҙерә. Был хәл тураһында “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итә.
"Әлмир әле дауаханала, ауыр хәлдә. Аяҡтары, умрау һөйәге һынған, умыртҡа һөйәге зыян күргән. Ул бер хәрәкәтһеҙ ята. Иртәгә табиптар аяғына операция яһаясаҡ, аҙаҡ умыртҡа һөйәгенә МРТ эшләйәсәк. Янында атаһы, уға төрлө яҡлап ярҙам итә. Малай әсәһенең үлгәнен әле белмәй", – тип һөйләгән уның өләсәһе Алиса Камаева.
Әле малай Туймазылағы дауаханала ята, уның туғандары янына Бәләбәйҙән килеп йөрөй. Киләсәктә баланы оҙайлы реабилатация көтә, тик табиптар һаулығы өсөн ныҡ ҡурҡыныс эҙемтәләр булмаҫ тип ышана.
Һәләк булған ҡатын Динараны кисә ерләгәндәр. Уны күптәр тик яҡшы яҡтан хәтергә алған, иртә китеүенә ныҡ әсенгән. Динара бер нисә йыл Бәләбәй балалар табыу йортонда акушер булып эшләгән, ә коронавирус пандемияһы башланғас, шәфҡәт туташы булып “ҡыҙыл зона”ға күскән, унда бик күп кешегә ярҙам иткән.
Динара үлер көнөндә лә кеше ғүмерен ҡотҡарған.
"Күлгә китеп барған саҡта улар алдында машина туҡтаған, уның эсенән бер кеше сығып йығылған. Баҡһаң, эпилепсия өйәнәге башланған, тын ала алмай башлаған. Динара юғалып ҡалмаған, уға беренсе ярҙам күрһәткән. Ә үҙен, бахырҡай, һаҡлай алманы", – ти ҡәйнәһе.
Әле аварияның сәбәптәре тикшерелә, унда ғәйеплеләр асыҡлана. Тик кешене генә кире ҡайтарып булмай. Ғаилә өсөн әйтеп бөткөһөҙ ауыр ҡайғы. Хәүеф аяҡ аҫтында шул. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.
Фото: "КП-Өфө".
Автор: Альфия Мингалиева
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас