Туймазы районында ҡот осҡос хәл була: УАЗ "Патриот" автомобиле руле артында ултырған 32 йәшлек водитель рөхсәт ителмәгән урындан сығып барған йәйәүлеләрҙе бәрҙергән. Һөҙөмтәлә, Бәләбәй ҡалаһынан 32 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында уҡ йән биргән, уның 12 йәшлек улы төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләккән.
"Туймазинский вестник" гәзите белдереүенсә, фажиғә ғаилә башлығының күҙ алдында була. Ул ҡатыны һәм улы менән Ҡандракүлгә һыу инергә килә. Ҡайтырға йөрөгәндә, ҡатыны һәм улын машина тапата. Бәлә аяҡ аҫтында шул, кем уйлаһын ял көнө күлдә рәхәтләнеп һыу инеп, аҙаҡ ялдың ғүмерлек ғазапҡа әүерелеүен. Ваҡиға буйынса тикшереү бара. Ғаилә башлығының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашбыҙ, сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: ҡайҙа ғына булыуығыҙға ҡарамаҫтан, юлдамы, күлдәме, урамдамы, ҡырҙамы - тирә-яғығыҙға иғтибарлап ҡарап, аҙаҡ ҡына юл аша үтегеҙ. Рөхсәт ителмәгән урындан йүгереп сыҡмағыҙ, бер минут һеҙҙең ғүмерегеҙгә торошло булыуы ихтималлығын онотмағыҙ!