Яңылыҡтар
29 Июнь 2021, 07:06

Оло Арыҫланғолға ҡыҙҙар ҡайтты

Әллә нисә йылдар күрешмәгән ҡыҙҙар бер-береһен күреп ҡыуандылар, хәтирәләр менән бүлештеләр...

Шаулап - гөрләп үтеп тә китте байрамыбыҙ.Матур - матур хәтирәләр ҡалыр байрамдан.Әллә нисә йылдар күрешмәгән ҡыҙҙар бер - береһен күреп ҡыуандылар,хәтирәләр менән бүлештеләр.

Һәр урам ҡыҙҙары матур концерт номерҙары менән сығыш яһанылар.Ауылдаштар милли уйындарҙала ҙур теләк менән ҡатнаштылар.Ошо байрамды ойоштороуҙа финанс яғынан ярҙам иткән Сайфуллин Радик ағайға,Айнур һәм Альбина Алекбаевтарға,уйындарға бүләктәр алып биргән Вәлит һәм Әминә Аралбаевтарға,Ғайса һәм Фәймә Ибрагимовтарға,байрамға тип һарыҡ бүләк иткән Гөлдәр еңгәй менән Миңсылыу апайға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Һәм әлбиттә рәхмәт әйтмәй мөмкин түгел беҙҙең ауыл ҡыҙҙарына , ҡыҙҙарҙы ойошторған Рәйлә апай ға шундай матур башҡорт күлдәктәре өсөн. Беҙгә ҙур бүләк булды.Музыка яғынан ярҙам иткән Ирек ағай Атановка,Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир ағай Юнысовҡа,ауылыбыҙҙың ир - егеттәренә ҙур рәхмәт әйтке килә.Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар ,ныҡлы һаулыҡ..Иң ҙур рәхмәтебеҙ әлбиттә ауыл ҡатын - ҡыҙҙарына!Көн тимәй ,төн тимәй репетицияларға йөрөнөләр,флажоктар тектеләр,тәмле - тәмле ризыҡтар әҙерләнеләр, өйҙәге эштәренәлә өлгөрҙөләр,ике яҡ инәйҙәребеҙ иртәнән тороп урамда тәмле сәй мн һыйланылар ҡунаҡтарҙы,көнө буйы тирмәлә сәй эсерҙеләр ,ҡаҙан эргәһенән китмәнеләр.Афарин тиергә генә ҡала!!!
Автор:Оло Арыҫланғол ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас