Яңылыҡтар
29 Июнь 2021, 04:04

«Атайсал» проектында ҡатнашыуға 600 миллион һумлыҡ 672 ғариза тапшырылған

-

Шул иҫәптән 120 проект әле үк тормошҡа ашырылған. Был эштәрҙе башҡарыуға меценаттар 123 миллион һум аҡса йүнәлткән. Республика етәксеһе башланғысы менән барлыҡҡа килгән проектҡа тотош республика халҡы әүҙем ҡушылды.
Оператив кәңәшмәлә уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре иғлан ителде. Меценаттар башлыса йәмәғәт урындарын, парктар, спорт майҙансыҡтарын, иман йорттарын төҙөкләндереүгә ҡушыла. Ғаризалар күплеге буйынса Ҡалтасы, Иглин, Асҡын, Ғафури һәм Тәтешле райондары алдынғылар иҫәбендә.
Автор:Айнур Кәбиров
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас