Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған авиаосошта ҡатнашыусы экипажды рәсми вәкилдәр, район халҡы Хәйбулла ерендә хөрмәтләп ҡаршы алды. “Уңыш” стадионында балалар өсөн ысын байрам сараһы ойошторолдо. Патриотик сара сиктәрендә, авиаосош командаһы бүләктәр менән конкурс үткәрҙе. Шул уҡ ваҡытта традицион Ғаилә ялы уҙғарылды. Кескәйҙәр ата-әсәләре менән берлектә авиатехника, музей күргәҙмәһен ҡарап ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә оҫталыҡ кластарында шырпы ҡабы кеүек ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән самолеттар эшләне. Пилоттар һәм самолеттар янында фотосессия, летчиктар менән йәнле аралашыу, флэш-моб һәм башҡалар ойошторолдо.
“Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” авиаосошонда ҡатнашыусылар Аҡъяр ауылында Еңеү һалдаты һәйкәленә сәскәләр һалды, фронтта һәм тыныс тормошта һәләк булған яугирҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алдылар.
--Авиация тураһында әйткәндә, күкрәгендә Советтар Союзы Геройы билдәһен йөрөткән һәр летчик тәүге аҙымдарын бәләкәй аэродромдарҙан башлай. Беҙҙең дә төп маҡсат йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, улар менән осрашыу. Бәлки, киләсәктә Хәйбулла еренән дә бына тигән летчиктар үҫеп сығыр. Хәйбулла районы менән беҙҙең арала ныҡлы дуҫлыҡ күпере булдырылған. Беҙ бәрәкәтле игенселәр төбәгенә икенсе тапҡыр килдек. Былтыр коронавирус инфекцияһына бәйле, авиосош кисектерелгәйне. Ошо осорҙа һеҙҙең күркәм районығыҙ, уның ихлас күңелле һәм талантлы халҡы йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әйткәндәй, мин йөрөткән самолет Айнур Асҡаровтың “С любовью из Уфы” киноһында төшөрөлдө. Артабан да ошондай масштаблы авиаосоштар барышында Хәйбулла районы ситтә ҡламаясаҡ”,--тине Рәсәй дөйөм әһәмиәтендәге авиация федерацияһы президенты, “Первушино” аэродромының генераль директоры Сергей Миниғолов. Сергей Георгиевич район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡулынан район энциклопедияһын, район тарихын, ихлас ҡабул итеп алды. Артабан летчиктар төркөмө тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейына юлланды.
Кискеһен “Уңыш” стадионы оло һабантуйҙы хәтерләтә ине. Авиа-шоу кеүек тамашанан кемдең ситтә ҡалғыһы килһен инде. "Роланд", "Саванна", "Бекас", "Текнам" тибындағы самолеттар Хәйбулла күгенә күтәрелеп, төтөнлө шлейфтар файҙаланып, ысын пилотаж оҫталығы күрһәтте. Ҡатмарлы фигураларҙы күҙәтеп геү килгән халыҡ, мөмкинлектән файҙаланып, селфи эшләргә, аҙаҡтан пилоттар менән аралашырға ла өлгөрҙө. Хәйбуллалар өсөн шәмбе ялы онотолмаҫ байрамға әүерелде.