Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 06:17

Юл фажиғәһендә «Лада Ларгус» водителе һәм ул бәрҙергән мышы һәләк булды

-

Архангел районында иртән юл фажиғәһе теркәлгән. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Өфө-Инйәр-<елорет автомобиль юлының 46-сы саҡрымында Ырымбурҙан 49 йәшлек ир «Лада Ларгус» автомобиле менән мышыны бәрҙергән, шунан һуң юл ситенә сығып осҡан.
Водитель дауаханаға илткәндә йән биргән. Мышы һәләк булған. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас