Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 07:04

Уколһыҙ, ауыртыуһыҙ сәләмәтләндереү

Әлеге ваҡытта күптәр тәндәге барлыҡ күҙәнәктәрҙе эшләтеп ебәреү, организмдағы тотҡарлыҡтарҙы бөтөрөү өсөн төрлө медицина юлдары алымдарын ҡарай. Ә бына Фохоу компанияһы биоэнергомассажеры тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Ишеткәнегеҙ булмаһа, был заманса аппараттың бер генә сеансы ла яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Ул ҡул көсө менән эшләнгән 10 массажды алмаштыра ала. Прибор организм системаһын һәм бөтә органдар эшен көйләй, ауыртыныуҙарҙан арындыра. Хәлһеҙлек, йоҡоһоҙлоҡ, быуындар ауыртыуы, елкә һәм бил ауыртыуы онотола. Хатта ябығырға ла ярҙам итә.Боиэнергомассажер тураһында Подольск ауылының элекке фельдшеры (хәҙер хаҡлы ялда), медицина өлкәһендә 30 йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған Мәрүәр Ураҡова менән әңгәмәләштек.

Күберәк һаулыҡ, аҡса һәм ваҡыт—хәҙер кешеләрҙең күпселеге ошоно теләй. Сәләмәтлекте һаҡлау өсөн аҡса күп киткәнен һәр кем белә. Дауаланғандан һуң да, күпме сығым һәм ваҡыт талап иткән процедураларҙың килешеү-килешмәүе билдәһеҙ әле.
Әлеге ваҡытта күптәр тәндәге барлыҡ күҙәнәктәрҙе эшләтеп ебәреү, организмдағы тотҡарлыҡтарҙы бөтөрөү өсөн төрлө медицина юлдары алымдарын ҡарай. Ә бына Фохоу компанияһы биоэнергомассажеры тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Ишеткәнегеҙ булмаһа, был заманса аппараттың бер генә сеансы ла яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Ул ҡул көсө менән эшләнгән 10 массажды алмаштыра ала. Прибор организм системаһын һәм бөтә органдар эшен көйләй, ауыртыныуҙарҙан арындыра. Хәлһеҙлек, йоҡоһоҙлоҡ, быуындар ауыртыуы, елкә һәм бил ауыртыуы онотола. Хатта ябығырға ла ярҙам итә.
Боиэнергомассажер тураһында Подольск ауылының элекке фельдшеры (хәҙер хаҡлы ялда), медицина өлкәһендә 30 йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған Мәрүәр Ураҡова менән әңгәмәләштек.
--Профессиональ массажистарҙың күбеһе хәҙер Фохоу компанияһы биоэнергомассажерына өҫтөнлөк бирә. Яңы быуын аппараты менән эшләгәндә беренсе сеанстан уҡ клиенттарҙың хәле яҡшыра. Ул банка һалыу терапияһы, энә менән сәнсеү, акупунктура кеүек процедураларҙы алмаштыра. Биоэнергомассажер ҡанды таҙарта, токсиндарҙы сығара, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, иммунитетты нығыта, эндокрин системаһына ыңғай тәьҫир итә, тромб һәм ҡан йөрөшөн рәткә һала. Косметик һөҙөмтәһе лә ҙур. Күптәр биткә массаж эшләтә. Йөҙҙәге шешектәр, йыйырсыҡтар юғала, кеше күҙгә күренеп йәшәрә. Аҡъяр кешеләре араһында ошондай массаж эшләтеп, күҙгә күренеп йәшәргәндәр бар.
Ғөмүмән, сәләмәт һәм йәш булып ҡалғығыҙ килһә, беҙгә рәхим итегеҙ,--тине ул.
Әйткәндәй:
Мәрүәр Шәкирйән ҡыҙы белдереүенсә, биоэнергомассажер менән тәүгә ҡулланыусыларға ташлама яһала. Массаж ваҡыты 40 минут тәшкил итә. Клиеттың һаулыҡ менән проблемаһы ҙур булған осраҡта 1 сәғәткә лә һуҙыла. Ғөмүмән, бында сирҙең үҙенән бигерәк уны барлыҡҡа килтереүгә сәбәпсе булған эҙемтәләр дауалана, артабан кеше организмы үҙе ауырыуға ҡаршы көрәшә, тергеҙелә башлай. Бер ниндәй уколһыҙ, ауыртыныуһыҙ сәләмәт тормошҡа аяҡ баҫырға була.
Биоэнергомассажер ярҙамында сәләмәтлек юлына баҫырға теләүселәр Аҡъяр ауылы, Салауат Юлаев урамы, 41 адресы буйынса урынлашҡан Матбуғат йортоноң (редакция) беренсе ҡатында урынлашҡан бүлмәгә мөрәжәғәт итә ала. Белешмә өсөн телефон: 8 937 48 49 437 Мәрүәр Ураҡова.
Минең фекер:
Минзифа Иҫәнгилдина, Иҫәнгилде ауылы:
--Былтыр билем ауыртып яфаландым. Мәрүәр апай биоэнергомассажер тәҡдим иткәс, файҙаланып ҡарарға булдым. Бер нисә сенастан һуң, ауыртыныу үтте. Ирем дә остеохондроз, биле, елкәһе ауыртып йонсоно. Уға ла бик килеште. Ошо һөҙөмтәләрҙе күргәс, Фохоу компанияһы биоэнергомассажерын ғаиләбеҙ менән ҡулланыу өсөн һатып алдыҡ. Балаларыбыҙ ҡырҙа эшләй, улар ҙа ҡайтҡан һайын прибор менән файҙаланалар. Кампанияның продукциялары ла шәп. Тән еңеләйем, күҙҙәр асылып ҡала, арығанлыҡ бөтә. Массаж эшләгән клиенттарҙан ыңғай тәьҫораттар күп.
Нәйлә Акнаҙарова, Аҡъяр ауылы:
--Арҡам ауыртып, шешеп ыҙаланғанымда 10 сеанс биоэнергомассаж алдым Уға тиклем ҡул менән эшләнә торған массажға йөрөгәйнем.Сағыштырып ҡарағанда, аппараттың һөҙөмтәһе күпкә яҡшыраҡ.Ҡулым ауырта ине, ул күтәрелеп ҡалды. Ашҡаҙан эшмәкәрлеген юлға һалды. Арҡамдағы шешек һыпырып алғандай юғалды. Ғөмүмән, биоэнергомассажер бөтә тәнгә ыңғай тәьҫир итте.
Ҡайһы берәүҙәргә килешмәүе ихтимал. Табип кәңәше кәрәк.
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас