Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 18:18

Татыр-Үҙәктәр ямғыр теләү йолаһын атҡарҙы

Хәйбулла ере дымға сарсай. Һәр кемдең теләгәне –ҡойоп ямғыр яуһын ине.

Татыр-Үҙәк ауылында йәшәүселәр ямғыр теләү йолаһын атҡарҙы. Ололар ҙа, балалар ҙа был саранан ситтә ҡалманы. Балалар теләге ҡабул була тиҙәр, бөтә ауыл менән теләгән бигерәк тә.
У.А. һәм Г.Д.Зәкировтар ҡорбан салды. Бүребай мәсетенән Дамир хәҙрәт башҡорт йолаһы тураһында һөйләне.
Тәбиғәт ҡосағында ҡаҙандарҙа бешкән бишбармаҡ, самауыр сәйе артында аралашыуҙар дауам итте. Ауыл халҡының ғына түгел, бөтөн хәйбулалларҙың теләген тормошҡа ашып, ямғыр яуһын инде бәрәкәтле еребеҙгә.
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас