Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 06:49

Хәйбулла туристары Бөрйәндә

“Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проекты буйынса сәйәхәт шәп булдыХәйбулла районынан бер төркөм 55 йәште үткән туристар республикала тормошҡа ашырылған “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проекты сиктәрендә Бөрйән районына бер көнлөк сәйәхәткә сығып, тәбиғәт ҡомартҡылары, тарихи урындар, музейҙар менән танышты. Уларҙың күбеһе Шүлгәнташта тәүге тапҡыр булды. Шуға күрә заповедник территорияһындағы музейҙар, Йылҡысыҡҡан күле янындағы “Аҡбуҙат” монументаль-скульптура композицияһын күреүҙән тәьҫораттары сикһеҙ. Бынан тыш, улар үҙ фондында 3000 меңдән ашыу предметтар һаҡланған Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында бай тарихи мәғлүмәт тупланылар.

--Был осор һәр ауыл кешеһе өсөн ҡыҙыу ваҡыт. Шулай ҙа ихата тулы ҡош-ҡорт, баҡса тип тормай, мөмкинлек булғанда оло йәштәгеләр өсөн тормошҡа ашырылған “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проекты буйынса сәйәхәт итеп ҡайттым. Бөрйән районы хозурлығы, йәшеллеге, урман-тауҙары менән әсир итте. Был яҡтарҙа тәүге тапҡыр булғас, йәнә лә минең кеүек дала ерендә үҫкән кешегә бындағы тәбиғәт иҫ киткес булды. Бергә барған башҡа туристар менән дә таныш булғас, сәйәхәтебеҙ бик күңелле булды. Шәфҡәт туташы Лилия Ситчанова һәр кемде ҡурсалап, кәйеф-торошто күҙәтеп кенә торҙо. Бөрйәндең тәбиғәт ынйыһы, мәҙәни мөйөшө булған Шүлгәнташты күреп, заповедник территорияһындағы музейҙар менән таныштыҡ. Ҡайтҡанда Темәс ауылының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музеында булдыҡ.Бында ла беҙҙе, туристарҙы, йылы ҡаршы алып, бик фәһемле мәғлүмәт бирҙеләр. Иҫтәлеккә фотоға төшөп, матур тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Тормош иптәшем менән бындай сәйәхәттәргә алмашлап йөрөргә тигән фекергә килдек, --ти Иләс ауылынан Миниса Рәхмәтова.
Хәйбулла районынан бер төркөм 55 йәште үткән туристар республикала тормошҡа ашырылған “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проекты сиктәрендә Бөрйән районына бер көнлөк сәйәхәткә сығып, тәбиғәт ҡомартҡылары, тарихи урындар, музейҙар менән танышты. Уларҙың күбеһе Шүлгәнташта тәүге тапҡыр булды. Шуға күрә заповедник территорияһындағы музейҙар, Йылҡысыҡҡан күле янындағы “Аҡбуҙат” монументаль-скульптура композицияһын күреүҙән тәьҫораттары сикһеҙ. Бынан тыш, улар үҙ фондында 3000 меңдән ашыу предметтар һаҡланған Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында бай тарихи мәғлүмәт тупланылар.
Бүребайҙан Ғәлиә Килдебаева турҙан бик ҡәнәғәт ҡалып, үҙ тәьҫораттары менән бүлеште:
--Республикала ошондай социаль тур тормошҡа ашырылыуы бик хуп. Өйҙә ултырып нимә күрер инек? Бөрйән районына экскурсия юғары кимәлдә ойошторолдо, Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүге тапҡыр булдым. Бындағы тәбиғәт хозурлығы, уның тарихи урындары, музейҙар оҡшаны, гидтар матур аңлатма биреп һөйләне. 55 йәштән олораҡ булған һәр кемгә ошондай сәйәхәткә сығып йөрөргә тәҡдим итәм. Хатта ауырыуҙар ҙа онотолдо, ниндәйҙер дәрт, рух көсө туплап ҡайттыҡ,--тине.
Әйткәндәй:
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек.Туризм” проектында 55 йәштән олораҡ пенсионерҙар ҡатнаша ала. Бының өсөн “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек.Туризм” сайтында https://долголетие.соцтуризмрб.рф/. теркәлергә кәрәк. Белешмә өсөн телефон: 2-17-35 (Гүзәл Фәтих ҡыҙы).
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас