Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 10:14

Баймаҡтан еңеү менән ҡайтты

Степной ауылынан 15 йәшлек Айгиз Тазетдинов Баймаҡ районында үткән һабантуйҙа ат сабышында ҡатнашып, “Торпедо” ҡушаматлы атында почетлы 3-сө урынды яуланы. Афарин, Айгиз!

Баймаҡ районы һабантуйы йәмле Граф күле буйында үтте.
Юртаҡтар сабышында Илгиз Тазетдинов крәҫтиән-фермер хужалығы ла ҡатнашты. Фермерҙың улы, 15 йәшлек Айгиз, 10 километр дистанцияға уҙышта 10 бәйгесене уҙып, 3-сө урынға лайыҡ булды.
Үҫмер бәләкәйҙән аттар менән мауыға, уҙыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Сабыштарҙа ул 12 йәшенән ҡатнаша. Әйткәндәй, Айгиз Тазетдинов былтыр “Терра-Башҡортостан” республика бәйгеһендә лә ҡатнашты.
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас