Яңылыҡтар
27 Июнь 2021, 16:06

Төндә УАЗ автомобиле түңкәрелгән

Һөҙөмтәлә 42 йәшлек пассажир...

Кисә 26 июндә республика юлдарында 8 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, тағы ла 9 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Төндә Ҡалтасы районында Иҫке Ҡалтасы-Краснохолмский юлының 1-се саҡрымында УАЗ автомобиле юл ситенә төшөп түңкәрелә. Һөҙөмтәлә 42 йәшлек пассажир ҡатын-ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк була. Версияларҙың береһе буйынса, 60 йәшлек руль артында йоҡлап киткән. Авария буйынса тикшеренеү эштәре бара.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2 меңдән ашыу юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 71 иҫерек водитель тотолған.
Фото:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас