Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
27 Июнь 2021, 15:55
Һәләтле студенттар 100 мең һум стипендия аласаҡ!
Быйыл республиканың юғары уҡыу йорттарындағы бюджет урындарына 13 162 студент ҡабул ителәсәк.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселегендә үткәрелгән “Фән сәғәте”ндә республикаға иң һәләтле белгестәрҙе йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде. Нисек итеп?
Быйыл республиканың юғары уҡыу йорттарындағы бюджет урындарына 13 162 студент ҡабул ителәсәк.
– Тәүге сиратта беҙгә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына иң һәләтле йәштәр – йөҙ балл йыйыусылар, Бөтә Рәсәй олимпиадалары призерҙары килһен өсөн көрәшергә кәрәк. Башҡа төбәктәрҙең отличниктары өсөн дә көрәшәйек. Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы “Приоритет-2030” программаһына старт бирҙе, ул алдағы ун йылда илдең ғилми-мәғариф ландшафтын үҙгәртәсәк. Беҙҙең университеттарҙың ошо проектта еңгәндәр исемлегенә эләгеүе – төбәк етәкселегенең стратегик бурысы, – тине Александр Сидякин.
БДИ буйынса барлыҡ һөҙөмтәләр 5 июлгә билдәле буласаҡ. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, мәктәп тамамлаған 87 егет һәм ҡыҙ 100 балл алыуға ирешкән. Университет ректорҙары шуны хәтергә төшөрҙө: Өфө дәүләт нефть техник университетында иң яҡшы өлгәшле студенттар 100 мең һумға саҡлы стипендия ала, ә Башҡорт дәүләт университетында бындай стипендия 50 мең һумға етә. Нефть университетында шулай уҡ йәш ғаиләләр өсөн ипотеканы субсидиялау мөмкинлеген дә ҡарайҙар.
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/l-tle-studenttar-100-me--um-stipendiya-alasa-840426/
Автор:
«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"