Сәғитов Харис Мөҙәрис улы 1946 йылдың 6 октябрендә Аҡнаҙар ауылында донъяға килгән. Әбеш урта мәктәбен, 1965 йылда Юлдыбай һөнәри-техник училищеһын, 1968 йылда Балтик хәрби училищеһын, 1985 йылда Симферополь юғары хәрби –сәйәси төҙөлөш училищеһын тамамлай. Төрлө хәрби частарҙа, ә 1979 йылдан Байконкур космодромында хеҙмәт итә. 1993 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй. Әлеге ваҡытта запастағы подполковник. Аҡнаҙар ауылында уҙасаҡ "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы уңайынан яҡташыбыҙ Харис Сәғитов ауыл тарихына арналған китап сығарҙы.