Аҡъяр-Оло Әбеш юлының 1-се саҡрымында авария теркәлгән. Билдәле булыуынса 44 йәшлек «Ока» автомобиленең водителе ҡаршы буй һыҙатына сығып Mitsubishi Pajero автомобиленә бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә «Ока» автомобиленең водителе зыян күргән һәм төрлө тән йәрәхәттәре менән Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшеренеү эштәре бара.