Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы “Агропрогресс”, ғаилә фермалары һәм ауыл хужалығы кооперативтары үҫеше гранттарына конкурстар иғлан итә.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында “Агропрогресс”, ғаилә фермалары һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары үҫешенә гранттар конкурсында ҡатнашыу өсөн документтарҙы йыя башлайҙар. Ошо мөмкинлектән файҙаланып ҡалыу кәрәк, сөнки был дәүләт ярҙамы хужалыҡ үҫешенә ҙур этәргескә әйләнәсәк.
Ғаризаларҙы 12 июлдән 25 июлгә тиклем 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт адресы буйынса тапшырыға кәрәк. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.
“Агропрогресс”, ғаилә фермалары һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары үҫешенә гранттарын тапшырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Ауыл сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.