Яңылыҡтар
26 Июня 2021, 10:48

Нисек ҡояш һуғыуҙан һаҡланырға?

Быйылғы йәй бигерәк ҡыҙыу: ҡояшлы көндәр менән шатландыра. Әммә артыҡ эҫе лә организмға ҙур зыян килтереүе ихтимал. Шуға күрә беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кейем
Баш кейеме (һалам эшләпә, панама, кепка, ҡалпаҡ) кейегеҙ
Тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән асыҡ төҫтәге кейем-һалымға өҫтөнлөк бирегеҙ
Ҡояшта янмаҫ өсөн зонт йә япма ҡулланығыҙ.
Туҡланыу
Кәңәш: майлы һәм аҡһымлы аҙыҡты ашауҙы сикләгеҙ
Бер аҙ һыуытылған беренсе блюдолар (аш, һурпа)
Балыҡ
Емештәр һәм йәшелсәләр
Майһыҙ ит.
Эсемлектәр (көнөнә 2-3 литр)
Кәңәш: алкоголле эсемлектәр ҡулланмағыҙ
Эҫе булмаған ҡара йәки йәшел сәй эсегеҙ
1:1 пропорцияһында һыу менән шыйыҡлатылған һуттар эсегеҙ
Минераль һыу
Кислород коктейлдәре
Морстар
Дөгө йәки сейә бешерелгән һыу.
Файҙалы кәңәштәр:
Көн уртаһындағы ҡояштан һаҡланығыҙ
Физик көсөргәнештән һаҡ булығыҙ
Күберәк шыйыҡлыҡ эсегеҙ
Танау эсен еүешләй торған спрей ҡулланығыҙ
Ҡатын-ҡыҙҙар косметик саралар ҡулланыуҙы сикләһен
Витаминдар ҡабул итегеҙ
Иртәнге һалҡынса сәғәттәрҙә һауала йөрөгә тырышығыҙ.
Фото: kubnews.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Автор:«Башҡортостан» гәзите