Яңылыҡтар
26 Июнь 2021, 14:28

Мопед менән һыйырға төкөгән...

Асыҡланыуынса, егеттең водитель таныҡлығы булмаған, авариянан һуң ул...

Кисә 25 июндә республика юлдарында 12 автомобиль авариялары теркәлгән, уларҙа 13 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Төнгө 12 сәғәт тирәһендә Ҡариҙел районында Яңы Йәнсәйет-Ҡариҙел юлының 2-се саҡрымында 19 йәшлек Өфө ҡалаһы егете "Stels" мопеды менән идара иткәндә ҡапыл юлға сыҡҡан һыйырҙы бәрҙергән. Авария һөҙөмтәһендә мопед водителе дауаханаға оҙатылған. Һыйыр һәләк булған. Билдәле булыуынса, зыян күреүсенең водитель таныҡлығы булмаған, ә уның ике тәгәрмәсле транспорты тейешле рәүештә теркәлмәгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшеренеү эштәре дауам итә.
Фото:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас