Һәр кемгә ғәмһеҙ бала сағы үткән, тәүге аҙымдарын яһаған, урам буйлап ялан аяҡ йүгереп йөрөгән, дуҫтары менән уйнаған, беренсе мөхәббәт хистәре кисергән үҙенең тыуған ауылы ҡәҙерле. Хәтерҙә ошо матур, гүзәл осор тураһында тик йылы хәтирәләр генә һаҡлана. Иҫәнгилде ауылы халҡы ошонда тыуып үҫкән гүзәл заттар өсөн сағыу бала саҡҡа ҡайтыу байрамы ойошторҙо. Бөгөн ошо ауылда тыуып үҫеп, бала саҡта төрлө уйындар уйнап, белем алып, артабан яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө яҡтарға таралышҡан ҡыҙҙар «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға!» тип аталған күңелле һәм матур сараға йыйылды.
Тыуған ауылын һағынып, ашҡынып байрамға ҡайтҡан ҡыҙҙар йәшлек йырҙарын йырлап ауыл урамдары буйлап үтте. Бала саҡ, үҫмерлек осорҙары үткән мәктәпкә барҙы. Үҙ ғүмерҙәрен аямай, тыныс тормош яулаған яугирҙар һәйкәленә сәскәләр һалды. Халыҡ көсө менән быйыл ремонт эштәре башҡарылып, күпкә йәмләнеп ҡалған мәсеткә барып, аят уҡытып, фатиха ла алды Иҫәнгилде ҡыҙҙары. Сараның тантаналы өлөшө "Һыу буйында" дауам итте. Сараның иң ҡыҙған мәлендә яуып үткән ҡойма ямғыр ҙа байрам кәйефен һүрелтмәне. Ауылдың дәртле ҡыҙҙары бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп, моңло йыр-бейеүҙәре менән сараны биҙәне. Байрам кис клуб янында дискотека – ритайым менән тамамланасаҡ.