Яңылыҡтар
26 Июнь 2021, 10:24

Гөрләп торҙо Әҙел ере!

Бөгөн Әҙел ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтте

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Һаумыһығыҙ, туғандар!
Һаумыһығыҙ ошо ғәзиз ерҙе,
ташлап китмәй йәшәп ҡалғандар!!!,
-тип бөгөн Әҙелдәр “Һаумыһығыҙ ауылдаштар” байрамына йыйылды. Әйтергә кәрәк, байрам алдынан ауылда ҙур әҙерлек эштәре башҡарылды. Халыҡ йорт-ҡураһын ипкә килтерҙе, төҙөкләндерҙе. Буяуҙары яңыртылған, гөл-сәскәләргә күмелгән, төҙөк, йыйнаҡ йорттар ысын мәғәнәһендә ауылдың йәменә әүерелде.

Тыуған ауыл, тыуған яҡ төшөнсәләре изге, илаһи көскә эйә. Яҙмыш елдәре төрлөһөн төрлө яҡтарға илткәндә лә, һағынып, йыраҡ араларҙы яҡын итеп ашҡынып ҡайтты әҙелдәр тыуған еренә. Мәртәбәле байрамды асыр алдынан яуҙа ҡорбан булған һәм һуғыштан һуң тыуған ерендә ауыр яраларҙан вафат булған яҡташтарҙың рухтары иҫкә алынды. Байрамға теләктәшлек белдереп, абруйлы ҡунаҡтар ҙа килде. Күркәм сара менән тәбрикләп, район хәкимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ауылдаштар байрамына йыйылыусыларға яҡты теләктәрен еткерҙе.

Сара барышында ауылдың “Иң оло ағинәйе”, “Иң йәш пар” һәм “Иң оло пар”,“Иң йәш сабый”, “Иң оло ҡунаҡ” кеүек төрлө номинациялар буйынса бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ «Иң алыҫтан килеүсе” һәм “Иң оҙаҡ ваҡыт тыуған тупрағына ҡайта алмай тороусы” лар ҙа иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Байрамға әҙерлек сиктәрендә бик күп ташландыҡ йорттар тәртипкә килтерелгән. Атай нигеҙен һыуытмай, ауылда матур итеп йәшәп ятыусы егерме һигеҙ йорт хужалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы был көндә. Байрам сиктәрендә ауылдың тарихын тергеҙеүгә лә күп көс һалынған. Ауылдың һуғыш ветерандары, арҙаҡлы уҡытыусылары, тыл хеҙмәтсәндәре хаҡында бай йөкмәткеле альбомдар тупланған.
Ауылдағы әүҙем йәмғиәт ойошмаһының береһе, “Сырауташ саҡмалары” ағинәйҙәренең, килгән ҡунаҡтарҙың сығыштары, Район мәҙәниәт йорто артистарының концерт программаһы байрамға мәртәбә өҫтәне.
Һәр кем тыуған төйәгенә ҡайтып, ҙур донъяға алып сыҡҡан бала саҡ һуҡмаҡтары буйлап үтеп, туғандары, дуҫтары,ауылдаштары менән аралашып, тыуған тәбиғәт ҡосағында ял итеп, ошо изге тупраҡтан артабан да йәшәүгә көс, дәрт – дарман алып таралышты.
Хәйбулла районы хакимиәте
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас