Әҙел ауылы Хәйбулла районының дала зонаһында Таналыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан. Рәсми сығанаҡтарға ярашлы ауылға 1858 йылда Түңгәүер улусы Мәҡсүт ауылы башҡорттары тарафынан үҙ аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалынған. Әммә Мәҡсүт һәәм унан айырылып сыҡҡан ауылдарҙың башҡорттары был урында электән йәшәүе билдәле. Был урынға тәүгеләрҙән булып Әҙел Исламғолов (1764 йылғы) төпләнгән, ауылдың атамаһы уның исеменән барлыҡҡа килгән.