Летчиктар менән осрашыу “Уңыш” стадионынан башланды. Көндөҙ балалар һәм үҫмерҙәр менән осрашыуҙар планлаштырылды. Авиация техникаһы үргәҙмәһ, пилоттар менән аралашыу, иҫтәлеккә фотоға төшөү, флешмоб барыһына ла оҡшаны.
Артабан пилоттар Еңеү һалдаты һәйкәленә сәскәләр һалды. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булып, районыбыҙ тарихы менән таныштылар.
Ә кисен стадион һабантуйҙы хәтерләтте. Аэрошоу, пилоттарҙың оҫталығы, фигуралы осоштар ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы