Яңылыҡтар
26 Июнь 2021, 18:01

Аҡ тирәк, күк тирәк—беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Атингәндә балалар телефондарҙы ситкә ҡуйып, уйын сараһына әүҙем ҡушылды

Әй, рәхәт тә һуң, уҡыу йылын тамамлап, китап-дәфтәрҙәре ситкә ҡуйып, телевизор һәм телефондарҙы онотоп, күмәкләшеп төрлө уйындар ойоштороу. Балалар Аҡ тирәк-күк тирәк, анат тартышыу, бильярд, теннис һәм башҡа спорт һәм уйын сараларында көс һынашты.
Уйын аҙағында тәмлекәстәр таратылды. Балаларҙың барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас