Яңылыҡтар
25 Июнь 2021, 04:21

Яҡташыбыҙ вертолет фажиғәһендә һәләк булды

-

4 июндә Ленинград өлкәһендә Росгвардияның Ми-8 вертолеты һәләкәткә осраған. Экстрен хеҙмәттәр хәбәр итеүенсә, өс кешенең, шул иҫәптән беренсе звено штурманы ярҙамсыһы, яҡташыбыҙ Рәмил Сөләймәновтың ғүмере өҙөлгән.
Махсус хеҙмәттәрҙең баҫылып сыҡҡан мәғлүмәттәренә ярашлы, вертолет уҡыу-күнекмә осошон башҡарған. Росгвардияның матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, экипаж һуңғы минутҡа тиклем машинаны йорттарҙан алыҫҡараҡ алып китергә тырышҡан. Улар ҙур фажиғәгә юл ҡуймаҫ өсөн үҙ ғүмерен биргән.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас