Яңылыҡтар
25 Июнь 2021, 07:37

Мопед водителе һәләк булған

Әлегә уның исем-шәрифе асыҡланмаған. Билдәле булыуынса мопед ҡаршыға килгән...

2021 йылдың 24 июнендә республика юлдарында 9 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм 11 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Благовещен районында Өфө-Яңауыл юлының 68-се саҡрымында "Vento" мопеды ҡаршыға осраған 57 йәшлек водитель идара иткән "Honda Accord" автомобиле менән төкөшә. Һөҙөмтәлә исем-шәрифе билдәһеҙ 25-30 йәштәр тирәһендәге мотоциклист ваҡиға урынында һәләк була. Тикшеренеү эштәре башланған.
фото:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас