Өфөлә бер ир йортто шартлатам тип янаған. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, баш ҡаланың Максим Горький урамында йәшәгән ир экстрен хеҙмәттәргә шылтыратып, бөтәһен дә шартлатам тип белдергән, ә нимә менән шартлатырға йыйыныуын әйтмәгән. Билдәле булыуынса, күрһәтелгән адресҡа көс структуралары килгән. Социаль селтәргә һалынған видеола күренеүенсә, икенсе ҡаттағы лоджияға баҫҡыс ҡуйғандар, хоҡуҡ һаҡлаусылар шуның буйлап менеп бара, йәнәһе штурм булған.