Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 26 июндә елдең тиҙлеге секундына 22 метрға етеүе көтөлә. Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге менән томан.
Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ ҡайһы бер урындарҙа ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан төндә секундына 3-8 метр, көндөҙ
8-13 метр, йәшен ваҡытында елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға етеүе ихтимал.
Һауа температураһы төндә +14...+19, көндөҙ +28...+33 градус. Юлдарҙың айырым участкаларында ямғырҙа, төндә һәм иртән томан төшкәндә күреү мөмкинлеге насар.