Яңылыҡтар
25 Июнь 2021, 03:21

Һау бул, «Аҡсарлаҡ»!

Балалар һауытырыу лагерының 1-се сменаһын ябыу тантанаһы уҙҙы

«Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагерының 1-се сменаһын ябыу тантанаһы уҙҙы. 21 көн дауамында Хәйбулла районы балалары өсөн әүҙем ял ойошторолдо.
Көн һайын айырым тарих кеүек – «Во - вожатый», «Спорт көнө», «Халыҡтар дуҫлығы», «Мисс лагерь», «Зарница», «Буяуҙар фестивале» һәм башҡалар. Балалар ҙур теләк менән барлыҡ сараларҙа ихлас ҡатнашты, уларҙың көлөүҙәре, шат тауыштары смена дауамында ла тынманы.
Сменаны ябыу тантанаһында традицияға ярашлы ҙур байрам концерты ойошторолдо. Сара дәртле дискотека менән тамамланды.
Осрашҡанға тиклем, «Аҡсарлаҡ»!
Хәйбулла районы Мәғариф идаралығы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас