Яңылыҡтар
25 Июнь 2021, 12:13

26 июндә Оло Арыҫланғол ауылында "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" байрамы үтә

Сәғәт 10-да "Ғәлләм "мәсетендә ауыл әрүахтарына аят бағышланасаҡ. Артабан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын иҫкә алып, яңыраҡ асылған һәйкәлгә сәскәләр һалыу буласаҡ.Байрам сараһын асып, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ауылға ҡайтыусы ҡунактарҙы ҡотлап, сәләмләү концерты ойошторасаҡтар.Ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырып сығыш яһаясаҡтар.Артабан милли уйындар, ҡунаҡ табыны, тирмәләр, ҡул эштәре күргәҙмәләре ҡаралған. Кискеһен дискотека буласаҡ.Байрам алдынан ауыл халҡы ҡат-ҡат өмәләргә сығып, йылға буйҙарын ҡоро-һары ағастарҙан таҙарттылар, Сик йылғаһы аша һалынған күперҙе ремонтланылар.Ҡатын-ҡыҙҙар мәсет, зыярат, һәйкәл ҡоймаларын матурлап буянылар.Ҡунаҡҡа киләсәк ҡыҙҙар ауыл ҡатын ҡыҙҙарына бүләккә сәхнә костюмдары тектереп бирҙеләр ҙә инде.Ауыл ҡатын ҡыҙҙары бүләккә яуап итеп байрам барышында сәй эсеү ойошторасаҡ.Асҡаровтарҙың ҡыҙҙары Миңһылыу һәм Гөлдәр аят уҡытыу өсөн бер һарыҡ әҙерләп тә ҡуйғандар инде.

Сәғәт 10-да "Ғәлләм "мәсетендә ауыл әрүахтарына аят бағышланасаҡ. Артабан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын иҫкә алып, яңыраҡ асылған һәйкәлгә сәскәләр һалыу буласаҡ.

Байрам сараһын асып, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ауылға ҡайтыусы ҡунактарҙы ҡотлап, сәләмләү концерты ойошторасаҡтар.
Ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырып сығыш яһаясаҡтар.

Артабан милли уйындар, ҡунаҡ табыны, тирмәләр, ҡул эштәре күргәҙмәләре ҡаралған. Кискеһен дискотека буласаҡ.

Байрам алдынан ауыл халҡы ҡат-ҡат өмәләргә сығып, йылға буйҙарын ҡоро-һары ағастарҙан таҙарттылар, Сик йылғаһы аша һалынған күперҙе ремонтланылар.
Ҡатын-ҡыҙҙар мәсет, зыярат, һәйкәл ҡоймаларын матурлап буянылар.

Ҡунаҡҡа киләсәк ҡыҙҙар ауыл ҡатын ҡыҙҙарына бүләккә сәхнә костюмдары тектереп бирҙеләр ҙә инде.
Ауыл ҡатын ҡыҙҙары бүләккә яуап итеп байрам барышында сәй эсеү ойошторасаҡ.

Асҡаровтарҙың ҡыҙҙары Миңһылыу һәм Гөлдәр аят уҡытыу өсөн бер һарыҡ әҙерләп тә ҡуйғандар инде.
Автор:Вәғиҙә Ҡужагилдина
Читайте нас