Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылында йәшәгән Ләйсән Йосопова уңған хужабикә. Ҡош-ҡортто күпләп аҫрай. Төрлө тоҡомға ҡараған тауыҡтар тота, күркәләр үҫтерә. Был йәттән Ләйсән шаҡтай тәжрибә туплаған һәм белгәндәре менән уртаҡлаша.
- Күптәр күркәне үҫтереү, ашатыу, тәрбиәләү тураһында һорауҙар бирә. Уларға айырыуса тәүге осорҙа махсус ярма ашатырға кәрәк: ПК-11 йәки ҙурыраҡтарына ПК-12 тип атала.
Гел генә махсус ярма ашатыу кеҫәгә ныҡ һуға, шуның өсөн күптәргә бер ай тигәндә үҙҙәрең ярмаһына аралаштырып, ябай кукуруз, бойҙай, арпа ярмаларын бирә башларға кәңәш итәм. Күркәләр балыҡ еҫе сыҡҡан бар ҡатнашманы ла һыпырып һаласаҡтар. Шуның өсөн ябай ярмаларға балыҡ майы, йәки балык һөйәге, һөйәк оно ҡушып болғап бирергә була. Күркәләргә бойҙай ҙа биреү файҙаға ғына. Ә бына һоло бирергә ярамай, ул ҡылсыҡлы. Күркәләр ныҡ итеп тығынып ашарға яраталар, һоло тамағына санселеп ҡаласаҡ һәм боҙолоп китеүе ихтимал. Ойоған һөт, эремсек - барыһын да оло кинәнес менән яратып ашаясаҡтар. Иркенгә сығарып йөрөтөргә ҡурҡһағыҙ улар өсөн ҡосаҡ-ҡосаҡ әрем, кесерткән, дегәнәк, бесәй тәпейе үләне, билсән, һөтлөгән, сырмалсыҡ, хатта алабутаны ла йәлләмәйсә көнөнә ике-өс тапҡыр йолҡоп бирегеҙ! Күркәләр көлдә ҡойонорға ярата, махсус һауытҡа көл һалығыҙ. Ҡом, аҡбалсыҡ менән һыйларға онотмағыҙ. Кәйефтәре юҡ, ҡанаттары төшкән кеүек икән трихопол, метранидазол дарыуҙарын бер литр һыуға ике төймәне иретеп ете көн тирәһе эсереп алығыҙ.
Күркәләр ныҡ ашамһаҡ ҡоштар, шуға йөрөгән ерҙәре иркен, таҙа булһын.