Яңылыҡтар
24 Июнь 2021, 17:55

Ишле ғаиләгә бүләккә - микроавтобус!

11 бала үҫтергән Боҫҡоновтарҙың шатлығы тағы ла ишәйҙе.

Һигеҙ ҡыҙ һәм өс улға ғүмер биргән бәхетле ғаиләнең тормошо күркәм, донъялары түңәрәк.
Зөлфиә менән Вәкил Боҫҡоновтар сығышы менән Баймаҡтың Икенсе Этҡол ауылынан. Беренсе кластан бергә уҡыйҙар. Мәктәптәге дуҫлыҡ артабан оло мөхәббәткә әйләнеп, 1992 йылда өйләнешәләр. Балаларының исемдәре "йырлап" тора: Илсиә, Илгиз, Вилиә, Гөлфиә, Таңгөл, Заһиҙә, Зөмәрә, Нәфисә, Заур, Нәргизә, Камил. Иң өлкән ҡыҙҙарына 27 йәш булһа, бәләкәйҙәре Камилға әле биш йәш. Әйткәндәй, Илсиә ата-әсәһен олатай-өләсәй ҙә иткән, ул ире менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтерә.
Ғаилә башлығы быйыл "Ил терәге" исеменә лайыҡ булһа, хужабикәнең күкрәгендә "Әсәлек даны" миҫалы балҡый. Бөгөн иһә уларҙың шатлығы йәнә артты: ғаиләгә өр-яңы микроавтобус асҡысы тапшырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡта эш сәфәре менән булғанда ғаиләгә ошондай вәғәҙә биргәйне. Әйткән һүҙ үтәлде: Боҫҡоновтарға автобус асҡысын Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тә ғаиләнең ҙур шатлығы менән уртаҡлашты.
Беҙ ҙә Боҫҡоновтарға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Фото: Лилиә Таҡаева.
Автор: Карима Усманова
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас