Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
24 Июнь 2021, 04:02
Дауыл зыян килтергән
Бындай хәбәрҙәр республиканың төрлө райондарынан килгән.
Кисә республикала дауыл буласаҡ тип иҫкәрткәйнеләр. Әле Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер нисә район көслө елдән зыян күргән.
Хәбәр ителеүенсә, электр энергияһы һүнгән, ағастар ауған, сымдар өҙөлгән, биналарҙың ҡыйыҡтары емерелгән. Бындай хәбәрҙәр Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Иглин, Благовар, Баҡалы, Ишембай, Бүздәк райондарынан килгән.
Мәҫәлән, Ауырғазы районында мәктәп ҡыйығы һәм ике шәхси йорт ҡыйығы емерелгән. Ихатала торған Фольксваген Поло машинаһы зыянлаған, ФАП ҡыйығына ағас ауған. Бүздәк районында тимер юлы вокзалы ҡыйығы һәм фронтоны, ике машина зыян күргән. Стәрлетамаҡ районында шәхси йорт, өс автомобиль емерелгән. Нуриман районында бер нисә йорттоң ҡыйығы осҡан, электр сымы өҙөлгән.
Был дауылда яҡынса мәғлүмәттәр буйынса үлгәндәр юҡ.
Фото: https://02.mchs.gov.ru/
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Dauil-ziyan-kilterg-n-837318/
Автор:
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"