Яңылыҡтар
24 Июнь 2021, 11:52

Башҡортостанда яңы сикләүҙәр индереүҙе күсереүҙәре мөмкин

-

Был медицинаның прививка яһатырға теләгәндәр тулҡынын еңә аламы икәненә бәйле, тип белдерҙе Хәбиров.

«Прививка эшләтергә теләгән кешеләр күбәйҙе. Әле беҙ федераль оператив штаб менән беҙгә күберәк вакцина бүлеү тураһында һүҙ алып барабыҙ. Был йүнәлештә уңыштар бар. 23 июндә иртән 18 мең вакцина алдыҡ, 25 июндә беҙгә тағы 53 мең доза килә. Шуға күрә, әгәр беҙ хәҙерге темпты һаҡлаһаҡ, аҙнаһына кәмендә 150 мең кешегә прививика эшләй алыр инек», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Вакцинация мотлаҡ түгел, ләкин ҡайһы бер сикләүҙәр индерелә, тип билдәләне ул. Һүҙ ресторан, кафе, фитнес-клубтарға барыу өсөн прививка сертификаты һәм ПЦР-анализдың кире һөҙөмтәһе йә иһә прививка яһатырға ярамау хаҡында белешмә тураһында бара.

Тәүҙә ул 29 июндән ғәмәлгә индерелергә тейеш булһа, ләкин хәҙер
5 июлгә күсерелеүе ихтимал.

«Ҡәтғи ҡарарҙы республиканың оператив штабы ултырышында ҡабул итербеҙ», — тине ул.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас