Яңылыҡтар
24 Июнь 2021, 11:49

Башҡортостанда уҡыусы ҡыҙ төп дәүләт имтиханын бирә алмағас, үҙенә ҡул һалған

-

Әбйәлил районы мәктәптәренең береһендә 9-сы класс уҡыусыһы ике тапҡыр математиканан имтихан бирергә маташҡан, әммә икеһе лә уңышһыҙ.

Был хәлде яҡыныраҡ белгәндәр әйтеүенсә, ҡыҙ ныҡ ҡайғырған. Бынан алда ул колледжға уҡырға инергә һәм ашнаҡсы булырға хыялланған.

Ҡыҙҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас