Краснокама районында 23 июндә үлемесле юл фажиғәһе теркәлгән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтәтре буйынса, ВАЗ-2114» һәм ҡаршыға килгән «КамАЗ» вахта автобусы бәрелешкән.
Аварияла Нефтекаманан 34 йәшлек еңел автомобиль водителе вафат булған. Фажиғәлә «КамАЗ» пассажиры ла зыян күргән.
«Юл-транспорт ваҡиғаһы иртәнге сәғәт ун тирәһендәә Дүртөйлө-Нефтекама автомобиль юлының 52-се саҡырымында булған. Әле авария урынында полиция һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
https://www.bashinform.ru/bash/1609573/