Яңылыҡтар
23 Июнь 2021, 03:57

“Вакцина ҡаҙатҡандарҙың 97 проценты ауырымаясаҡ”

Үкенескә ҡаршы, өсөнсө тапҡырға ауырығандар ҙа бар. Был организм реакцияһы менән бәйләнгән.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова коронавирус сирен үткәргәндәрҙе вакцинациялау тураһында аңлатты. Уның әйтеүенсә, вакцина яһатыу прививкаларҙың Милли календаренә индерелгән.
“Прививкаларҙың тәьҫирлеге тураһында һөйләгәндә беҙ антиесемдәр кимәлен күҙ уңында тотмайбыҙ, ә сиргә ҡаршы тороусанлығы хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ. Вакцина яһатыу өсөн беҙгә антиесемдәр кәрәк түгел. Уларҙың кимәле прививка яһауҙа роль уйнамай. Әгәр һеҙ антиесемдәргә тест бирәһегеҙ икән, үҙегеҙҙә М-антиесемдәр юҡлығын белеү мөһим, шулай итеп, сирҙең киҫкен осоронда тормауығыҙҙы асыҡлаясаҡһығыҙ.
Үкенескә ҡаршы, өсөнсө тапҡырға ауырығандар ҙа бар. Был организм реакцияһы менән бәйләнгән. Бының эҙемтәһен прививканан күрергә ярамай. Икенсе тапҡырға ауырыған пациенттар иммунологтар менән осрашасаҡ, сөнки һүҙ иммун системаһындағы көйһөҙлөктәр тураһында бара.
Прививканан һуң антиесемдәрҙең барлыҡҡа килеүе вакциналарҙың үҙенсәлеге менән бәйле. Беренсенән, уларҙың булмауы ла ихтимал, әгәр үҙ тест-системаһы ҡулланылмаһа. Икенсенән, гумораль яуап булмаһа, күҙәнәк яуабы бар. Антиесемдәрҙең булыуы, законға ярашлы, учреждениеға пропуск була алмай. Беҙ вакциналарҙың тәьҫирлеге тураһында һүҙ алып барабыҙ. Вакцина яһатҡандарҙың 97 проценты ауырымаясаҡ, мин “СпутникV” вакцинаһын күҙ уңында тотам,” - тип белдерҙе министр урынбаҫары.
Фото:"Башинформ"
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Vaktsina-a-at-andar-i-97-protsenti-auirimayasa-835985/
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас