Яңылыҡтар
23 Июнь 2021, 03:58

Денисты тапҡандар ҙа бит...

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, егет Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғандан һуң ғәйеп булған ине.

Өфөлә 18 йәшлек үҫмерҙең юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Денис БДИ тапшырғандан һуң ғәйеп булған. Әле иһә бик насар яңылыҡ билдәле булды. “Лиза Алерт. Башҡортостан” эҙәрмәндәр төркөмө ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, үҫмер үле килеш табылған.
“Табылған. Үлгән. Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, - тип яҙылды уны эҙләү тураһындағы мәғлүмәт аҫтында.
“Башинформ” агентлығына был хәлде белгән кеше хәбәр итеүенсә, үҫмерҙең кәүҙәһен ташландыҡ йортта тапҡандар. Уның янында хушлашыу хаты ла булған.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, егет Берҙәм дәүләт имтиханын “уртаса” тапшырғандан һуң ғәйеп булған.
“Өйҙән кисә киткәйне. Киске ундар тирәһендә уның юҡлығын күрҙем. Имтиханды уртаса тапшырған... Улым бер нимә лә әйтмәне, әрләшмәнек, барыһы ла һәйбәт ине. Туғыҙынсы класты яҡшы тамамлағайны. Әле бындай һөҙөмтәгә әҙер булманымы икән”, – тигәйне көндөҙ әсәһе.
Денисҡа 19 июндә саҡ 18 йәш тулғаны билдәле... Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Лиза Алерт. Башҡортостан".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Denisti-tap-andar-a-bit-835984/
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас