Яңылыҡтар
23 Июнь 2021, 03:54

Ҡатындың муйынына йәбешеп...

Урамда китеп барғанда 73 йәшлек ҡатын үҙен арттан быуып алғандарын тоя.

Өфөлә урамда оло йәштәге ханымға йәш кеше ташланған. Яуыз уйлы егет уның ҡиммәтле биҙәүестәрен тартып алған...
Был хаҡта Эске эштәр министрлығы хәбәр итә. Урамда китеп барғанда 73 йәшлек ҡатын үҙен арттан быуып алғандарын тоя. Ул кинәт ергә йығыла, әммә бур уның муйынынан һығып торған килеш ҡиммәтле сылбырҙы кулоны менән бергә тартып өҙөп, алып ҡаса.
Полиция хеҙмәткәрҙәре яуыз бурҙың эҙенә тиҙ төшә-төшөүен, 23 йәшлек егет шик аҫтына алына. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул алдан да суд эскәмйәһендә ултырырға өлгөргән. Әле йәш кеше бер ерҙә лә эшләмәй. Урланған әйберҙәрҙе һатып, үҙенең кәрәк-ярағына тотонған да инде.
Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эштәре бара.
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/atindi-muyinina-y-beshep-835836/
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас