Атингәндә боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙең береһен – “Ямғыр саҡырыу” йолаһын тергеҙҙеләр. Ауыл халҡы ямғыр теләүгә йыйылғас, Миңъямал Рамазановна ата-бабаларывыҙ нисек ямғыр саҡырғандары менән таныштырҙы. Артабан доғалар ҡылынып, хәйерҙәр таратылды. Аҙаҡ сәй эсеп, һыу һибешеп, төрлө күңелле уйындар уйнаны.