22 июнь илебеҙҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билдәләнә. Ошо мөһим дата уңайынан Аҡъяр ауылының Еңеү һалдаты һәйкәле янында митинг үтте. Унда ололар менән бер рәттән уҡыусылар ҙа ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов митингыны асып:
22 июнь илебеҙ тарихында иң ҡайғылы көндәрҙең береһе. Һуғыш башланыуға 80 йыл үткәндән һуң беҙ тыуған ил азатлығы өсөн башын һалғандарҙы хәтергә алабыҙ һәм ихтирам күрһәтәбеҙ. Был ҡанлы ваҡиғаға күп йылдар үтһә лә, азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн йән аямай алышҡан Ватаныбыҙ һаҡлаусылары беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк. Яу яланында алышҡан, тылда фиҙаҡәр хеҙмәт иткән бөтә ветерандар алдында баш эйәбеҙ. Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығы хаҡында иҫтәлек һаҡларға бурыслыбыҙ, - тине. Митингта ҡатнашыусылар яу яланында тыуған ил азатлығы өсөн башын һалған һәм һуғыштан һуң вафат булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алды, Еңеү һалдаты һәйкәленә сәскәләр һалды. Шулай уҡ сарала Аҡъяр ауылы биләмәһендә йәшәүсе хеҙмәт ветерандарына “Һуғыш балалары” статусын биргән танытмалар тапшырылды.