Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 10:30
“Кем шәберәк йөҙә?”—14 йәшлек үҫмер батып үлгән
Өфө йылғаһында малайҙар араһында йөҙөү ярышы фажиғәле тамамланған. Кисә биш үҫмер һыу аша тиҙлеккә йөҙөп сығырға ярыша. Дүртәүһе ярға сыға, ә тағы берәүһе йылға төбөнә китә.
Дуҫтары бәләгә тарыусыға ярҙам итергә тырыша, әммә файҙаһыҙ.
Ҡотҡарыусыларға ла хәбәр итә алмайҙар: әйберҙәре һәм кеҫә телефондары ҡаршы ярҙа ҡалған.
Фажиғә урынында тикшереүселәр эшләй. Үҫмерҙең мәйетен сәғәт ярымдан һуң ғына табалар.
Фото: УГЗ Уфы
Автор:
Марьям Имангулова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"