Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 14:56
Имтихандан һуң юғалған...
”Улым минең тәртипле. Өйҙән дә һирәк кенә сығып йөрөй торғайны..."
Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған 18 йәшлек Денис Әхмәҙиевты эҙләйҙәр. “Лиза Алерт. Башҡортостан” эҙәрмәндәре әйтеүенсә, үҫмер 21 июндә өйөнән сығып киткәндән бирле әйләнеп ҡайтмаған.
“Башинформ” агентлығы мәктәпте яңы ғына тамамлаған уҡыусының әсәһе менән бәйләнешкә ингән. Уның әйтеүенсә, балаһы Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырып ҡайтҡандан һуң юғалған.
”Өйҙән кискә табан сығып киткән. Сәғәт ун тирәһендә юҡ ине. Имтиханды уртаса тапшырған. Кисә атаһы менән телефон аша һөйләште. Берәй бәхәс-маҙар булдымы икән... Миңә ул бер ни ҙә һөйләмәне, әрләшмәнек, барыһы ла яҡшы ине. Туғыҙынсы класты отличноға тамамланы, моғайын, был юлы бындай һөҙөмтәне көтмәгәндер,” - тип һөйләгән әсә.
Әле егетте Черниковка биҫтәһендә эҙләйҙәр.
”Улым минең тәртипле, гараж-подвалдар буйлап йөрөгәне юҡ. Өйҙән дә һирәк кенә сығып йөрөй торғайны. Дуҫтарының ата-әсәләре лә улымды эҙләшә. Ирекмәндәр, полиция – барыһы ла ярҙамлаша,” – ти Ирина.
Билдәләре: буй оҙонлоғо 165 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, күҙҙәре ҡара-ҡуңғыр төҫтә, һарғылт сәсле. Футболка һәм джинсы кейгән, ҡара төҫтәге кроссовкала булған.
Уҡыусыны күргән-белгән кеше булһа, зинһар, ашо телефондарға шылтыратығыҙ: 8-800-700-54-52 йәки 112.
Фото: шәхси архивтан.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Imtihandan-u-yu-al-an-835592/
Автор:
«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"