Яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 03:32

Иләс ауылында һуғыш осоро балаларына танытмалар тапшырылды

*

Илдә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арналған «Хәтер шәме» акцияһы уҙғарыла. Ошо уңайҙан Иләс ауылында тыл хеҙмәтсәндәре менән бергә Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтыуҙа, һуғыштан һуңғы осорҙа ауыл хужалығын күтәреүҙә үҙ өлөшөн индергән оло быуын вәкилдәрен тәбрикләнеләр. Тантаналы сарала уларға “һуғыш осоро балаһы” таныҡлығы тапшырылды. Әһәмиәтле сара "Етегән" халыҡ фольклор коллективы һәм мәктәп уҡыусыларының концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Иләс ауылы мәҙәниәт йорто
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас