Ир кеше өйгә ҡайтып, ҡатыны менән уртаҡ танышын бергә күргәндән һуң, ирҙе ҡыуып сығара, ә ҡатынын үлтергәнсе туҡмай.
Тикшереү барышында аныҡлауынса, ҡатын эскән була. Әммә ҡаршы әйтә башлағас, ҡыҙыу ир уны туҡмай башлай. Иртәгәһенә иҙәндә ятҡан ҡатын кешенең үлгән булыуы асыҡлана. Ир үҙенең ғәйебен таныған. Ул алты йылға иркенән мәхрүм ителгән.