Яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 14:50

Дүртеһе йөҙөп сыҡҡан, ә береһе...

«Улар был хаҡта ҡотҡарыусыларға ла шылтыратып әйтә алмаған, сөнки әйберҙәре менән кеҫә телефондары икенсе ярҙа ҡалған»

Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы аша йөҙөп сығыу һәм иҫән ҡалыу. Шундай ниәт менән үҫмерҙәр Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө янында бер ярҙан икенсеһенә йөҙөп сыҡмаҡсы булған. Дүрт малай маҡсатына ирешкән, ә береһе бата башлаған.
«Дуҫтары уға ярҙам итергә тырышҡан, ләкин файҙаһыҙ. Улар был хаҡта ҡотҡарыусыларға ла шылтыратып әйтә алмаған, сөнки әйберҙәре менән кеҫә телефондары икенсе ярҙа ҡалған», — тип хәбәр иттеләр Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Һәләк булған уҡыусының кәүҙәһе сәғәт ярым эҙләгәндән һуң табылған.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас