Яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 03:03

Бөгөн Хәтер һәм ҡайғы көнө

Илдә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арналған «Хәтер шәме» акцияһы уҙғарыла

Илдә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә, ошо уңайҙан Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арналған «Хәтер шәме» акцияһы уҙғарыла. Бынан 79 йыл элек – 1941 йылдың 22 июнендә таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия, Советтар Союзының сиге аша үтеп, илебеҙ тарихындағы иң ҡанлы һуғышты башлай. 1418 көн һәм төн дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышында 27 миллион ватандаштың ғүмере өҙөлә, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын, шул иҫәптән Хәйбулланан 7049 ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Ил азатлығы өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас