Яңылыҡтар
22 Июня 2021, 16:02

17 йәшлек үҫмер аварияға сәбәпсе булған

Сибайҙа еңел автомобиль автобусҡа төкөй. Һөҙөмтәлә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Сибай ҡалаһында Киров һәм Пионер урамдары сатында еңел автомобиль автобусҡа төкөй. 17 йәшлек үҫмер идара иткән ВАЗ-21099 маршрут автобусына бәрелә. Был ваҡытта автобус салонында 5 пассажир була. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса аварияла үҫмер-водитель һәм кондуктор зыян күргән, уларға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшеренеү эштәре бара. Балиғ булмағандың ата-әсәһенә административ протокол төҙөләсәк.
Фото:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев